Фольклориадаға рәхим итегеҙ! Уның видеояҙмаһы халыҡ-ара фестиваль сайтында урынлаштырылған.
Фольклориада тураһындағы мәғлүмәттәр, Башҡортостанда сығыш яһаған коллективтар исемлеге, шулай уҡ тамашалар теҙмәһе менән folkloriada2021.com сайтында танышырға була. Халыҡ-ара байрам 3 июлдә башлана һәм бер аҙна дауам итә.




