Польшала үткән ярышта спортсылар 200, 500 метрға һәм 1 километрға уҙышҡан. Турнирҙа Европаның 40-ҡа яҡын дәүләтенән 750 спортсы ҡатнашҡан. Григорий донъя беренселегендә сығыш яһау хоҡуғын алған. Ярыш сентябрҙә Португалияла була. “Ул олимпия резервындағы спорт мәктәбендә тәрбиәләнә. Егетебеҙҙе һәм уның тренеры Алик Ғәлиуллинды ҡотлайбыҙ!” - тип яҙған социаль селтәрҙә республиканың Спорт министры Руслан Хәбибов.




