Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәре Владимир Путинға һорау бирҙе. Ил етәксеһе менән тура бәйләнеш барышында ошондай мөрәжәғәт ҡаралды.
Владимир Путин ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүленеүе хаҡында белдерҙе.
“Мелеорация көнүҙәк проблемаларҙың береһе. Ерҙәрҙе һуғарыуҙа дәүләт ярҙам күрһәтергә тейеш”, - тигән фекерҙә иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев.
Бөгөн “Асыҡ студия” тапшырыуында президент менән тура бәйләнеш барышында күтәрелгән мәсьәләләр тураһында һөйләшеү була. Тапшырыу 18 сәғәт 15 минутта башлана. Тура эфир телефоны: 285-77-85.






