Республикала эш хаҡы буйынса бурыс кәмегән

Фото №1 - Республикала эш хаҡы буйынса бурыс кәмегән

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 июнгә 100 предприятиела хеҙмәт хаҡы буйынса 657 миллион һум бурыс йыйылған. 8 меңдән ашыу кеше эш хаҡын ваҡытында йәки тулыһынса алмаған. Бурыстың 67 проценты банкрот булған ойошмаларға тура килә. 6 проценты иҡтисади яҡтан әүҙем компанияларҙыҡы. Ҡалған өлөшө хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барылмаған предприятиелар иңендә. Быйыл 59 ойошма хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса бурысы түләнгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ