Был турала президент бөгөн тура эфир барышында белдерҙе. “Әммә төбәк етәкселәре сирләүселәр артып киткәндә, айырым категорияға ҡараған кешеләр өсөн прививка яһатыуҙы мотлаҡ итергә хоҡуҡлы”, - тине Рәсәй Башлығы. Владимир Путин һүҙҙәренсә, субъекттарҙағы сикләүҙәр локдаун индереүҙе булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә.
Республикала халыҡты вакциналау 10 тапҡыр артҡан. Бөгөн төндә Башҡортостанға коронавирустан вакцинаның яңы партияһы килтерелә. Ике төрлө прививка көтөлә. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин:
Максим Забелин белдереүенсә, сирлеләр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә 82-се урында тора. Һуңғы тәүлектә беҙҙең республикала коронавирустан 6 кеше вафат булған, вирус йоҡтороусылар 156-ға артҡан.






