Шишмә – Ҡырғыҙ – Миәкә трассаһының 69-сы километрында «Лада Калина» менән КамАЗ автомобилдәре бәрелешә. Алдан билдәле булыуынса, авария һөҙөмтәһендә өс кеше һәләк була, берәүе ҡаты йәрәхәтләнә.
Фажиғә урынында полиция һәм ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Әлфинә Килдейәрова




