Бөтә донъя фольклориадаһына һанаулы ғына көндәр ҡалып килә

Иртәгә Өфө аэропорты сит илдәрҙән тәүге ҡунаҡтарҙы ҡабул итә башлай.

Рәсәйгә килер алдынан уларҙың барыһы ла ПЦР-тест тапшыра. Башҡортостанға аяҡ баҫыу менән делегация ағзалары санитар хеҙмәттәр күҙәтеүе аҫтында була, улар үҙҙәренә беркетелгән автобустарҙа ғына йөрөй ала. Короновирусҡа шик булғандарҙы һалыу өсөн обсерватор ҙа әҙер.

«Өфө-Арена»лағы тантананы асыу сараһынан башҡалар бөтәһе лә асыҡ һауала үтә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, фольклориада кеүек күләмле саралар Башҡортостанды донъяға танытыу йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә. Һуңғы мәғлүмәт буйынса, фестивалгә 37 ил вәкиленең килеүе көтөлә.

Фото №1 - Бөтә донъя фольклориадаһына һанаулы ғына көндәр ҡалып килә

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ