Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Ярты миллион һумлыҡ түләүҙе ауыл йәки бәләкәй ҡалала эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ала. Майҙа “АРТ-Ҡоролтай” форумы барышында Радий Хәбиров “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән программаны иғлан итте.




