Унда компанияның йыл ярымлыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре ҡаралды. Былтыр “Башспирт” бюджетҡа 11 миллиард ярым һум күсергән. Быйыл беренсе ярты йыллыҡта ла күрһәткестәр яҡшы ҡала. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры республика бюджетына ҡайтарылған акциз суммаһын күбәйтеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Бының өсөн махсус программа әҙерләнә.




