Ошо көндәрҙә генә бер юлы ике биләмәлә мәсет ишектәре асылды. Салмалы һәм Дүрмән ауылдары халҡы шатлығын Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин уртаҡлашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Яңы мәсет асыу тантаналары Салмалы һәм Дүрмән ауылдары тарихының яңы битен асты. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған биналар әле үк ауыл халҡын берләштереү һәм кәңәш ҡороу урынына әүерелгән. Тантанала Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин иман йорттарының халыҡты әхләҡи тәрбиәләүҙә роле ҙур булыуын билдәләне.
Юғары ҡунаҡ шулай уҡ дин әһелдәренә пандемия осоронда оло яуаплылыҡ йөкмәтелеүе хаҡында әйтеп үтте, диндарҙарҙы үҙҙәренең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә иғтибарлы булырға саҡырҙы.
Ике ауылда ла иман йорттары яҡташтар көсө менән сафҡа ингән. Тыуған ерҙә мәсет төҙөү башланғысын ошо ауылдарҙа тыуып үҫкән билдәле шәхестәр, сәнғәт әһелдәре хуплап сыҡҡан һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәткән.
Әлеге ваҡытта Шаран районында 19 мең кеше, төрлө дини конфессияларға ҡараған тиҫтәгә яҡын мипләт вәкиле татыу ғүмер итә. Район биләмәләрендә 19 мәсет эшләй. Яҡын арала Тархан, Күгәрсенбүләк һәм Яңы Таулар ауылдарында ла мәсет төҙөлөшө тамамлана.
Гөлдәриә Йосопова






