Ауырғазы районынан Владислав Ананьев икенсе йыл еләк баҡсаһынан мул уңыш йыя. Коронавирус пандемияһы осоронда килемле бизнес ойошторған йүнсел менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина осрашты.
Эшҡыуар Владислав Ананьев еләк миҙгеленең октябрь аҙағына тиклем дауам итеүен билдәләй. Ҡайһы бер сорттар ике-өс тапҡыр уңыш бирә. Әлегә баҡсанан бер тоннанан ашыу емеш йыйылып һатыуға сығарылған.
Йүнсел агротехника, бизнес серҙәрен яҡшы белһә лә, төп һөнәре буйынса программист, коронавирус пандемияһына тиклем ул ғаиләһе менән Ҡытайҙа килемле эш табып, шунда күсенеп йәшәргә документтар туплаған була. Әммә аяуһыҙ сирҙең таралыуы бар пландарын селпәрәмә килтерә. Һөҙөмтәлә ғаилә башлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан тыуған ауылына ҡайтырға ҡарар итә.
Владислав Ананьев Ауырғазы районы Нуғаҙаҡ ауылында ата-әсәһенең яратҡан шөғөлөн дауам итә. Былтыр үҙ ҡулдары менән еләк үҫтереү ҡулайламаларын, теплицалар төҙөй. Автоматик рәүештә һыу һибеү системаһын эшләй. Емештең ун ете яңы төрөн ултырта, һөҙөмтәлә сит ил сорттары ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға бирешмәй, быйыл мул уңыш менән ҡыуандыра
Эшҡыуар блогер һөнәрен дә үҙләштерә. Билдәле сайттарҙың береһендә еләк бизнесын нисек ойоштороу тураһында кәңәштәр бирә. Тырыштар һәм уңғандар өсөн аҡса аяҡ аҫтында ғына. Был һүҙҙәрҙе әсәһе Зөләйха Ананьева ла дәлилләй.
Әлегә Ананьевтар ғаиләһе еләкте ҡырҡ сутый баҡсала үҫтерһә, киләһе йыл ул биш гектар пай ерҙәрендә үрсетеләсәк. Ошо маҡсатта йүнселдәр быйыл крәҫтиән- фермер хужалығын ойошторорға ниәтләй, үҫентеләр ҙә әҙерләнә.
Ҙур майҙанға сығыу өҫтәмә сығымдар талап итә. Шуға бизнес проект район хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә лә тәҡдим ителгән. Ғаилә бизнесын үҫтереүгә дәүләт ярҙамы алыу юлдары барлана. Еләк питомнигында өҫтәмә эш урындары булдырыу ҙа ҡаралған.
Гөлназ Хәйбуллина




