Учалы районында триатлон буйынса ярыштар үтте

«Урал Батыр» тип аталған турнир бәйгеселәрҙе сыҙамлыҡҡа һынаны. Донъялағы иң ҡатмарлы һаналған дистанцияға һәүәҫкәр спортсылар ҙа, тәжрибәле атлеттар ҙа сыҡты.

Триатлон – спорттың өс төрөн эсенә ала. Иң тәүҙә ярышта ҡатнашыусылар йөҙөүҙә етеҙҙәрҙе асыҡлаһа, артабан велосипедта уҙышты, иң һуңынан финишҡа йүгереп килде. Сығыш яһаусылар араһында 4 «тимер» кеше лә булды. Билдәле булыуынса, триатлондағы алыҫ дистанцияларҙы үҙ итеүселәрҙе шулай тип йөрөтәләр.

«Урал Батыр» еңеүселәре ике зачет һөҙөмтәләре буйынса асыҡланды. Уларҙың тәүгеһендә Магнитогорскиҙан Артем Полькин еңеү яулаһа, шәхси беренселектә Силәбенән Валерий Фазлетдинов еңеүсе булды.

Фото №1 - Учалы районында триатлон буйынса ярыштар үтте

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ