Ил башлығы 68 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Һорауҙар араһында эш хаҡына арест һалыуға бәйлеһе лә булды. Законға ярашлы, кешенең бурысы булғанда хеҙмәт хаҡынан йәшәү минимумынан күберәк сумма алынырға тейеш түгел,- тип белдерҙе президент. Ҡанун проектын “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе тәҡдим иткәйне. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров уға бик күп төҙәтмәләр индергән.






