Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарған Әбйәлил районы егете тураһында яҙма баҫтырған. “Бына ошондай малайҙарҙан ысын ир-егеттәр үҫә. Данир Мөхәмәҙиевҡа 15 йәш. Ул Әбйәлил районы Рәүел ауылында йәшәй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен ысын герой итеп күрһәткән. Ҡыҙыл йылғаһында малайҙы ҡотҡарған. Егет батыусыны һыуҙан сығарып ҡына ҡалмай, уға беренсе медицина ярҙамы ла күрһәткән. Данир күп балалы ғаиләнән, уның өс ағаһы һәм һеңлеһе бар. Хөрмәтле Әҡлимә һәм Кәрим Мөхәмәҙиевтар. Балаларығыҙҙы лайыҡлы тәрбиәләгән өсөн рәхмәт һеҙгә. Ғаиләгеҙгә бәхет һәм сәләмәтлек теләйем”, - тип яҙған Радий Хәбиров.






