Спорт. Учалы районында триатлон буйынса ярыштар үтте

Фото №1 - Спорт. Учалы районында триатлон буйынса ярыштар үтте

Урал Батыр турниры бәйгеселәрҙе сыҙамлыҡҡа һынаны. Донъялағы иң ҡатмарлы һаналған дистанцияға һәүәҫкәр спортсылар ҙа, тәжрибәле атлеттар ҙа сыҡты. Триатлон – спорттың өс төрөн эсенә ала. Иң тәүҙә ярышта ҡатнашыусылар йөҙөүҙә етеҙҙәрҙе асыҡлаһа, артабан велосипедта уҙышты, иң һуңынан финишҡа йүгереп килде. Урал Батыр еңеүселәре ике зачет һөҙөмтәләре буйынса асыҡланды. Уларҙың тәүгеһендә Магнитогорскиҙан Артем Полькин еңеү яулаһа, шәхси беренселектә Силәбенән Валерий Фазлетдинов беренсе булды

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ