Йылына 60 миллион тонна ҡалдыҡ йыйыла, сүп-сарҙы айырып йыйыуға 10 миллион тонна күләмендә һәм уның 3 миллион тоннаһын эшкәртеүгә тәүге инвестициялар йәлеп ителде. Киләсәктә 5 сүп - сар үтилләштереү заводын төҙөү күҙаллана,- тине президент. Республика премьер-министры Андрей Назаров беҙҙең төбәктә был йүнәлештә эштәр нисек ойошторолған, шул хаҡта һөйләне.






