Радий Хәбиров капиталь ремонт үткән 30 “НефАЗ” автобусын файҙаланыуға тапшырҙы. Улар 2014-2016 йылдарҙа сығарылған. Башҡортостан етәксеһе автобустарҙың оҙаҡ тороу сәбәбен аңлатты.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, пассажир транспортында берҙәм стиль булдырыу мөһим. Маршруттарҙа аҡ төҫтәге автобустар ғына йөрөргә тейеш. Был “Башавтотранс” автобустарына ғына ҡағылмай, тине республика етәксеһе Башҡортостанда 2022 йылға бөтә ҙур ауылдар һәм район үҙәктәре араһында автобустар йөрөй башлай.
Фотоһүрәт : “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан.






