Фольклориада уҙғарыу коронавирус буйынса эпидемиологик хәлгә йоғонто яһарға тейеш түгел

Фото №1 - Фольклориада уҙғарыу коронавирус буйынса эпидемиологик хәлгә йоғонто яһарға тейеш түгел

Фестивалдә ҡатнашыусылар һәр саҡ белгестәр күҙәтеүе аҫтында була. Башҡортостандың баш санитар табибы  Анна Казак шулай тип  белдерҙе. 

Фольклориада уҙғарыу коронавирус буйынса эпидемиологик хәлгә йоғонто яһарға тейеш түгел

Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы “Өфө-Арена” боҙ һарайында була. Традиция буйынса, ҡабул итеүсе яҡ сағыу тамаша – ил һәм халыҡ йолаларын сағылдырған үҙенсәлекле шоу күрһәтә.  Сәхнәлә Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм “Рус йыры” ансамбле, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, шулай уҡ республиканың үҙешмәкәр коллективтары сығыш яһай. Тамашасылар фестивалде асыу барышын тура эфирҙа ҡарай ала. “Тулҡын”, “Беренсе Май” һәм Дим районы ял паркында ҙур экрандар ҡуйыу ҡарала. Фольклор байрамы барышында ойошторолған концерттар асыҡ һауала үтә. Тамашасыларҙың битлектә булыуы һәм дистанция һаҡлауы мөһим. Халыҡ-ара фестиваль 10 июлдә “Торатау” конгресс-холында тамамлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ