«Башавтотранс» предприятиеһы эшлектән сыҡҡан автобустарын яңынан маршруттарға сығара

Йыш туҡталыш, саманан тыш артыҡ пасажирҙар тейәү, автомобилдәр тығыны һәм йәйге селлә. Йәмәғәт транспорты өсөн ҡала шарттары үтә лә көсөргәнешле. Хатта ышаныслы һаналған транспорт сараһы ла ҡайһы саҡта эшлектән сығып ҡуя. Башавтотранстың Нефаздары ла бындай файҙаланыу шарттарына сыҙай алмай. Мерседестың дизелдән газға көйләнгән двигателдәре ирей башлай.

Бындай һынауҙы башлыса 2014-2016 йылда йыйылған техника үтә алмай. Етештереүсегә дәғүә белдерергә гарантия ваҡыты үткән. Быға тиклем предприятие үҙ көсө менән ике тиҫтәнән ашыу автобусты ремонтлаған. Әммә төҙөкләндереү финанс йәһәттән аҡланмай, ти етәкселек. Шуға ла улар двигателдәрҙе тулыһынса алмаштырырға ҡарар итә.

Ҡытай двигателдәрен дә предприятие тота килеп һайламай. Сит ил вәкилдәре 2019 йылда бер автобусҡа үҙ двигателдәрен урынлаштыра. Был йәмәғәт транспорты төрлө маршруттарҙа һынау үтә.

Һынауҙы уңышлы үткән агрегатты хәҙер күпләп ҡуялар. Ошо рәүешле халыҡта шау-шыу тыуҙырған автобустар зыяраты яңынан тереләсәк. Уларға йән өрөү өсөн мотористар күп көс һалған.

Хәбиров был эште атҡарған хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары ла тапшырҙы. Был эш үтә лә мөһим, Башҡортостанда әле муниципаль-ара транспорт етешмәй. Был мәсьәләне лә төрлө юлдар менән хәл итеү фарыз, тине республика етәксеһе.

Йәмғеһе 78 автобусҡа ҡытай двигателе урынлаштырыу күҙаллана. Эште тиҙләтеү өсөн двигателдәр предприятиеның дүрт филиалында урынлаштырыла.

Фото №1 - «Башавтотранс» предприятиеһы эшлектән сыҡҡан автобустарын яңынан маршруттарға сығара

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ