Башҡортостанда яңы уҡыу йылын офлайн-форматта асыу планлаштырыла

Уҡыу процесының ниндәй форматта буласағы тураһында Владимир Путин менән тура линия ваҡытында әйтелде. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 1 сентябрҙә уҡыусыларҙың йола буйынса мәктәп парталары артына ултырасағына иҫәп тота.

Шул уҡ ваҡытта әле колледждар, техникумдар һәм юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү комиссиялары эш башлаған. Йәштәр араһында сир таралыуҙы иҫкәртеү өсөн ведомство документтарҙы онлайн-форматта, электрон сервистар аша тапшырырға кәңәш итә.

Фото №1 - Башҡортостанда яңы уҡыу йылын офлайн-форматта асыу планлаштырыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ