Халыҡ ижадын һөйөүселәр – Башҡортостанда

"Өфө" аэропортында 6-сы Бөтә донъя фольклориадаһының сит ил делегацияларын ҡаршы алдылар. Мәскәүҙән тәүге чартер рейстар ойошторолдо. Коронавирус пандемияһына бәйле, эпидемиологик талаптар үтәлеше етди контролдә. Һәр делегацияға фестивалдә ҡатнашыуға айырым автобус бүленгән. Ҡунаҡтар менән тәүгеләрҙән булып БЮТ каналының ижади төркөмө лә осрашты.

"Өфө" аэропортында сит ил делегацияларын башҡорт көйҙәре, сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Гавайиның фольклор ансамбле составында тотош бер ғаилә ағзалары. Коллектив етәксеһе билдәләүенсә, мәҙәниәт илдәр араһындағы бәйләнештәрҙе нығыта. 1978 йылда ул СССР-ға тәүге тапҡыр килеп, йәйге Олимпия уйындары алдынан сығыш яһаған. Хозур тәбиғәтле Башҡортостанға ла икенсегә килгән. Шуға ҡурай моңдары менән дә яҡшы таныш.

Америка Ҡушма штаттары вәкилдәренән тыш, иртәнге чартер рейста тағы ла дүрт ил ижади коллективтары Мәскәүҙән Өфөгә килде. Ике-өс тәүлек юлда булып, ҙур сумаҙандар йөкмәп килеүҙәренә ҡарамаҫтан, артистарҙың кәйефтәре күтәренке.

Перунан килдек, тыуған яғыбыҙҙың бай мәҙәниәте менән йыр-бейеүҙәр аша таныштырырға теләйбеҙ. Аэропортта беҙҙе шул тиклем ҙурлап ҡаршы алырҙар тип көтмәгәйнек. Сәк-сәк бик тәмле, башҡорттарҙың милли кейемдәре, музыка ҡоралдары ла хайран ҡалырлыҡ.

Адриела Энсисо, VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы /Перу/

Фольклориаданың Башҡортостанда ойошторолоуына шатмын. Күләмле сара алтынсыға үтә. Милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, кешелекте донъя мәҙәниәте менән таныштырыуға йүнәлтелгән.

Алехандро Камачо, Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт халыҡ-ара советы вице-президенты

Фольклориада ваҡытында эпидемиологик талаптар ҡәтғи буласаҡ. Аэропортта уҡ пассажирҙарҙың коронавирус менән ауырымауҙары тураһындағы документтары тикшерелде. Сир таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн барлыҡ концерт программалары, күргәҙмәләр асыҡ һауала уҙғарыласаҡ. Делегацияларға миллионға яҡын битлек тә әҙерләнгән. Айырым автобустар бүленгән. Шифахана-ҡунаҡханаларға тиклем уларҙы ирекмәндәр оҙатты. Ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар ҙа планлаштырыла.

Өфөнөң иҫтәлекле урындары тураһында алдан мәғлүмәт туплап килдем. Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев һәйкәлен, Ете ҡыҙ фонтанын күрергә теләйем. Ҡалала миллиондан ашыу кеше йәшәүен белгәс, аптырап ҡалдым. Сәйәхәт мауыҡтырғыс булыр тип өмөтләнәм.

Мэри Лиз Ахуна /Гавайи/

Әлегә ижади коллективтарҙы репетициялар көтә. Фольклориадаға старт бирелгәс тә, улар бер аҙна дауамында республика буйлап сәйәхәт ҡылып, урындағы халыҡты мәҙәниәте, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырасаҡ.

Бразилия карнавалына тиң парад, 100-ҙән ашыу милләт вәкилен берләштергән дуҫлыҡ хороводы, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәр күргәҙмәһе - Өфө 3 июлдән донъя мәҙәниәтен берләштергән фольклориада мәккәһенә әйләнә. Төп концерт майҙансығы Конгресс-холл янындағы амфитеатрҙа. Донъя кимәлендә ойошторолған Күләмле сараға глобаль селтәрҙәр аша ла миллиондарса кеше тамаша ҡылыр тип көтөлә.

Фото №1 - Халыҡ ижадын һөйөүселәр – Башҡортостанда
Башбат

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ