Баш ҡаланың сит ил делегациялары урынлашасаҡ ҡунаҡханаларында һәр делегатҡа махсус биҫтәрҙәр таратыла. Уның эсенә башҡорт милли орнаменты менән биҙәлгән матрешка, фольклориада логотибы төшөрөлгән футболка менән бейсболка, башҡа иҫтәлекле бүләктәр һалынған.
Ҡунаҡтарға шулай уҡ 10 көнгә етерлек битлектәр һәм антисептик та бирелә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, башҡорт ҡунаҡсыллығы бының менән сикләнмәйәсәк.
Аза Ғәлиуллин




