Руль артына эскән килеш ултырған өсөн енәйәти яуаплылыҡ арттырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путин руль артына эскән килеш ултырған өсөн енәйәти яуаплылыҡты арттырыу тураһындағы Законға ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Уға ярашлы. руль артында эскән килеш икенсегә тотолған өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү ваҡыты 2 йылдан 3 йылға тиклем оҙайтыла. Ошо уҡ хоҡуҡ боҙоу осрағы өсөн штраф санкцияһы 300 мең һумдан 500 мең һумғаса арттырыла.

Фото №1 - Руль артына эскән килеш ултырған өсөн енәйәти яуаплылыҡ арттырыла

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ