Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Иҫәнме һеҙ?» фильмының премьераһы үтте

Тулы метражлы картинаны Татарстандың танылған кинорежиссеры Илдар Йәғәфәров төшөргән.

Кинола татар халҡының үткәне, ауыр яҙмышы һәм туғандар араһындағы мөнәсәбәттәр яҡтыртыла. Фильмдың «Иҫәнме һеҙ?» аталыуы ла осраҡлы түгел. Донъяла бер генә милләт тә шулай иҫәнләшмәй. Бындай һаулыҡ һорашыу формаһы Иван Грозныйҙан һуң ҡалған, ти Илдар Йәғәфәров.

Уның фекеренсә, ваҡытында ситкә күсеп өлгөргән татарҙар бер-береһе менән осрашҡанда иҫән ҡала алдығыҙмы, тип хәл-әхүәл һорашҡан. Әкренләп был һорау сәләмләүгә әйләнгән. Шуға ла был ябай иҫәнләшеү генә түгел, ә уның нигеҙендә тәрән мәғәнәле һүҙ ята, ти кинорежиссер.

Фильмдың премьераһы иң тәүҙә Өфөлә үтте. Сөнки ике туғандаш республиканың кинематографистар берлектәре тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Өҫтәүенә картинала Татарстан артистары менән бергә Башҡортостан актерҙары ла ҡатнаша.

Ролдәрҙең береһен «Нур» татар театры актрисаһы Рәсимә Ғәйфуллина башҡара. Шулай уҡ эпизодта Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актеры Рәмзил Сәлмәнов уйнай.

Фото №1 - Өфөнөң «Родина» кинотеатрында «Иҫәнме һеҙ?» фильмының премьераһы үтте

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ