Был турала Республика башлығы журналистар һәм блогерҙар менән осрашыу барышында белдерҙе. Ярыштар өфөлә 21-25 июлдә үтергә тейеш ине. Эпидемиологик хәл сараны уҙғарыу мөмкинлеге бирә, уны ойоштороу тураһында ҡарар федераль үҙәккә ҡайтып ҡала, тине Радий Хәбиров.






