2 июль - республика өсөн ҡара көн

Фото №1 - 2 июль - республика өсөн ҡара көн

Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә 19 йыл. 2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Өфөнән Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германияла Боден күле өҫтөндә һәләкәткә осрай. Диспетчер ғәйебе арҡаһында, ТУ-154 лайнеры “Боинг” йөк самолеты менән бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән, 52 баланың ғүмере өҙөлә.

Аяныслы ваҡиғаға бәйләп тиҫтәгә яҡын фильм төшөрөлгән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Күл янындағы өй” тигән документаль таҫмаһы, башҡа картиналарҙан ҡырҡа айырылып тора.

Әле авиаһәләкәт булған Юберлинген ҡалаһы янында һәйкәл ҡуйылған. Өфөләге Көньяҡ зыяратта фажиғәлә һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс бар.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ