Әле ашығыс хеҙмәттәр уның эҙемтәләрен бөтөрөү менән мәшғүл. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса электр бағаналары һәм автомобилдәргә ағас йығылыуҙың 19 осрағы теркәлгән. 23 йорттоң тишек ҡыйығынан һыу үтеп ингән. Роза Люксембург урамындағы йорттарҙы һыу баҫҡан. Зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.




