Сара һыу обьекттарында граждандарҙың именлеген тәьмин итеүгә арналған. Форум эшендә Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.
Сара сиктәрендә интерактив майҙансыҡтар эшләне, ирекмәндәрҙе һәм журналистарҙы бүләкләү тантанаһы ла уҙҙы. Һыу обьекттарныда төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Һыуға батҡан кешене ваҡытында тартып сығарғанда, тәүге ярҙамды дөрөҫ күрһәткәндә ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин. Әммә йәмәғәтселек араһында ярҙам алымдарын белеүселәр һирәк. Һыуҙан сығарғандан һуң дөрөҫ итеп һалыу, яһалма тын алдырыу ҙа ҡотҡарыуы мөмкин. Күп осраҡта кешеләрҙең артыҡ тырышыуы ғүмер өҙөлөүгә килтерә. Бигерәк тә бәләкәй балалар хаҡында һүҙ барғанда.
Ә фажиғәнең төп сәбәптәре барыбыҙға ла билдәле, тыйылған урындарҙа һыу инеү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау. Быйылғы һыу инеү миҙгелендә генә 22 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың алтауһы балалар.
Белгестәр әйтеүенсә, рөхсәт ителгән урындарҙа алдан уҡ тикшереү уҙғарыла. Йәғни һыу аҫты тикшерелә, таҙартыла. Күп осраҡта балыҡсыларҙың ауҙары ла, башҡа хәүефле әйберҙәр ҙә осрай.
Ә тыйылған биләмәгә ҡапыл тәрәнәйгән, һыу аҫтында ҡырлы эре таштар, ботаҡтар булған урындар инә. Йәғни улар талаптарға яуап бирмәй. Әммә Республикала яңы хәүефһеҙ майҙандарҙы эҙләү, үҙләштереү бара.
Форумда ҡатнашыусылар халыҡты хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә саҡырҙы. Әлеге эҫе көндәрҙә был тема айырыуса актуаль, сөнки тәбиғәт ҡосағында ял итеүселәр арта. Шуға күрә тәүге ярҙам алымдарын өйрәнеү ҙә, интерактив карта аша аттестация үткән һыу инеү урындарын белеп ҡуйыу ҙа ҡамасауламай.
Был биләмәләрҙә ҡотҡарыусылар ҙа эшләй. Бөгөн интерактив майҙансыҡтарҙа уларҙың эшмәкәрлеге менән дә танышырға мөмкин ине. Форум сиктәрендә ҡотҡарыусыларҙы, ирекмәндәрҙе, журналистарҙы бүләкләү тантанаһы ла уҙҙы.
Рәмзиә Кәримова




