Бер гектарҙы дым менән тәьмин итеү 250-300 мең һумға барып баҫа. Был турала Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Бөгөн республикала федераль программа тормошҡа ашырыла. Ул сығымдарҙың яртыһын ҡапларға мөмкинлек бирә.
Быйыл республикала ҡоролоҡ арҡаһында сәсеү майҙандарының 150 мең гектары юҡҡа сыҡҡан.






