Республикала Берҙәм дәүләт имтихандарынан юғары баһа алыусыларға 150 мең һум премия түләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 84 уҡыусы дәүләт һынауын 100 балға тапшырған. Уларҙың береһе Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Юлиә Хәлилова. Ҡыҙҙың әсәһе Фирүзә Хәлилова премия хаҡында ошондай фекер белдерҙе.
Республикала 2020 йылдан һынауҙы 100 балға тапшырған уҡыусыларҙың педагогтарына премия бирелә. Уның күләме – 50 мең һум.




