Фольклориада барышын яҡтыртҡан халыҡ хәбәрселәренә Iphone йәки iPad тапшырыла

Фото №1 - Фольклориада барышын яҡтыртҡан халыҡ хәбәрселәренә Iphone йәки iPad тапшырыла

Бер аҙна дауам иткән халыҡ-ара фестивалдә тамашасылар үҙҙәрен репортер ролендә һынап ҡарай ала. Бының өсөн ҡыҙыҡлы видео йәки фоторәсем төшөрөргә кәрәк. “Минең фольклориадам” конкурсы Instagram, Facebook, Бәйләнештә социаль селтәрендә ойошторола. Материалдар #folkloriada2021online хештегы менән урынлаштырылырға тейеш. Еңеүсе лайктар һаны буйынса билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Бәйләнештә социаль селтәренеңдә folkloriada2021 төркөмөндә танышырға була. Ярышҡа 10 июлдә йомғаҡ яһала.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ