Иртәгә Липецк өлкәһендә “Тербундар сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе” тигән төбәк-ара хәрби-тарихи фестиваль башлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тербуны районында ҡаты алыштар була. Озерки ауылы янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күп яугирҙары башын һала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән “Шайморатов вариҫтары” тигән проект тормошҡа ашырыла. “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары исемдәре асыҡлана һәм был хәрәкәткә йәштәрҙең ҡушылыуы айырыуса ҡыуаныслы”, - ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Республика делегацияһы составында 20-нән ашыу кеше. Уларҙың бөр өлөшө башҡорт аттарында хәрби-тарихи реконструкцияла ҡатнаша. Сафия Яныбаеваның олатаһы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Тербуны районында батырҙарса һәләк булған.




