Башҡортостан йәштәре мәкерле сиргә ҡаршы

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында студенттар фәнни-ғәмәли конференция уҙғарҙы. Ковид-19 йоғонтоһон өйрәнеү: Йәштәрҙең фәнни эҙләнеүҙәр потенциалы, тип аталған сарала медицина университеты студенттары ғына түгел, башҡа вуздарҙа уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Сөнки уларҙы бер маҡсат- коронавирусҡа ҡаршы көрәш берләштерә.

Студенттар был өлкәләге эҙләнеүҙәре һәм уңыштары менән уртаҡлашты. Уларҙың байтаҡтары пандемия менән көрәшкә үҙ өлөшөн индереп тә өлгөргән. Волонтерҙар булып эшләгән, дауаханаларҙа пациенттар дауалауҙа ла ҡатнашҡандары бар.

Мин Абхазия, Ҡурған өлкәһе һәм Петропавловск-Камчатскийға ебәрелгән табиптар төркөмөндә эшләнем. Ярайһы уҡ бай тәжрибә туплап та өлгөрҙөм. Нисек дауаларға, вирус менән көрәшергә өйрәндек. Ошо белемгә таянып башҡаларға тәдим итерлек фәнни эштәр ҙә башҡарырға булдым. Иң мөһиме вакцинация. Был дөрөҫ юлға тәүге аҙым.

Алена Лифанова, БДМУ ординаторы
Фото №1 - Башҡортостан йәштәре мәкерле сиргә ҡаршы

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ