Йөҙ балл йыйыусыларға республика университеттарында 150 мең һум түләнәсәк

Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйып, республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән абитуриенттарға 150 мең һум күләмендә премия биреләсәк. Был туралағы Указға республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын иң юғары балға республика мәктәптәрен тамамлаусы 84 уҡыусы тапшырған. Улар Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә ҡатнашыусы вуздарға ҡабул ителгәндә премия алыуға дәғүә итә. Шулай уҡ университетет кимәлендә лә дәртләндереү саралары ҡаралған. Абитуриенттар алдында асылған яңы мөмкинлектәр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы июнь уртаһында уҡ башланған. Абитуриенттар документтар тупланмаһын электрон форматта ебәрә ала. Шуға вуздарҙа сират юҡ кимәлдә. Өфөнән Инсаф Әһлиуллин «иҡтисад хәүефһеҙлеге» йүнәлешен һайлаған. Сит ерҙәргә ашҡынмай, Башҡортостанда ҡалыу яҡлы.

Юғары уҡыу йорттары Берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға тапшырған мәктәп уҡыусыларын да көтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, быйыл республика вуздарында ҡалған һәләтле йәштәргә 150 мең һумлыҡ премия ҡаралған. Ул бер тапҡыр түләнә. Өҫтәүенә, ҡайһы бер вуздар ҙа дәртләндереү сараларын ҡабул иткән. Әйтәйек, Өфө дәүләт авиация техник университетында аҡыллы быуынға ҙур күләмдә матди ярҙам бүленә.

Юғары уҡыу йортонда бюджет урындары ла артып, ике меңдән ашҡан. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, абитуриенттар араһында «информатика һәм иҫәпләү техникаһы», «мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» кеүек айти-йүнәлештәр популяр.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында иһә сит телдәр уҡытыусыһы, тәржемәсе булырға теләүселәр күп. Бер урынға егерме ике кеше дәғүә итә. Шул уҡ ваҡытта вузға уҡырға ингән Бөтә Рәсәй олимпиадалары еңеүселәре һәм призерҙары өсөн айына егерме мең һумлыҡ стипендиялар ҡаралған. Түләүле белем алыуға 25 процентҡа тиклем ташламалар яһала.

Башҡорт дәүләт университетында бакалавриат менән специалитетҡа меңдән ашыу бюджет урыны ҡаралған. Суд, прокурор эшмәкәрлеге, статистика, геодезия, математика һәм компьютер фәндәре кеүек яңы йүнәлештәр асылған.

Вуздарға документтарҙы июль аҙағына тиклем тапшырырға мөмкин. Уҡырға ҡабул итеү тураһында бойороҡтар август уртаһында баҫтырыла.

Фото №1 - Йөҙ балл йыйыусыларға республика университеттарында 150 мең һум түләнәсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ