Әлегә Өфөгә донъяның төрлө илдәренән ижади коллективтар менән бергә фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан да килде.
СИОФФ етәксеһе билдәләүенсә, күләмле сара Башҡортостанда осраҡлы ғына уҙғарылмай. Республика ҙур конгресстарҙы һәм фестивалдәрҙе ойоштороуҙа бай тәжрибә туплаған. Фольклориадаға әҙерлек юғары кимәлдә. Айырыуса пандемия ваҡытында бындай уңышҡа ирешеү еңелдәрҙән түгел икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ, тине,- Филипп Боссан.
Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина ла Башкортостанға килде. Өфө аэропортында уны мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршыланы.
Рәсәйҙең халыҡ артисы «Рус йыры» ансамбле менән бергә 3 июлдә «Өфө-Арена»ла фольклор фестивален асыу тантанаһында сығыш яһай. «Ер. Йән. Фольклор» программаһы киске 5-тә башлана. Ул көндәге ҡунаҡтар араһында Кубань казак хоры, «Гжель» академия бейеү театры, Асҡар Абдразаҡов, Тина Кузнецова һәм республикабыҙҙың ижади төркөмдәре бар.
Илдар Байбулатов




