Төп саралар «Ижад» күргәҙмә залында ойошторолған. Кейеҙҙән баҫылған эштәр конкурсынан тыш, фестиваль көндәрендә бай мәҙәни-мәғариф программа ҡаралған. Оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, ижади осрашыуҙар уҙғарыла.
Текстиль материалдан интерьер ҡурсаҡ, төрлө биҙәүес, сувенирҙар яһарға өйрәтәләр. Шулай уҡ «Урал» галереяһында ла кейеҙҙән картиналар күргәҙмәһе асылды. Экспозицияны Өфө районы балалар ижад йорто әҙерләгән. «Йәйғор» түңәрәгендә шөғөлләнгән үҫмерҙәр төрлө техникаларҙа ижад итеп, эштәрендә Башҡортостан тәбиғәтен, халҡын данлай, милләтебеҙҙең үткәнен һәм бөгөнгөһөн күрһәтә.
Гөлназ Хәйбуллина




