Сара йыл һайын июлдең беренсе йәкшәмбеһендә билдәләнгән Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәре көнө сиктәрендә ойошторолдо. Быйыл һөнәри байрам 4 июлгә тура килә. Конкурс еңеүсеһе лә тап ошо көндә тәбрикләнәсәк. Конкурс барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин танышты.
Сормовский теплоходының күсермәһе төп нөсхәнән бер ҙә айырылмай, уға тап килтереп йыһазландырылған. Конкурста ҡатнашыусыларға ҡеүәтле һыу судноһы менән Свирь йылғаһында идара итеү бурысы ҡуйылды. Йылға Ленинград өлкәһендә Волга-Балтик һыу юлының мөһим системаһынан һанала һәм иң ҙур йылғалар исемлегендә тора. Шуға ла ул сараға һынау урыны итеп осраҡлы һайланмаған.
Республиканың төп йылғаларынан Ағиҙел дә ситтә ҡалмай, һыу судноһы водителдәре араһында ойошторолған конкурс сиктәрендә ҡаралды. Бәйгеселәр Ағиҙелдең атласын өйрәнде. Уның бормалы юлдарын, тәрәнлеген барланы. Һуңынан теплоходты ебәреү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барҙы.
Тармаҡ вәкилдәренең һөнәри оҫталығын билдәләүҙән бигерәк, сара һөнәрҙең абруйын арттырыуға ла йүнәлтелгән. Республика кимәлендә үткән конкурс Башҡортостандың 9 судноларҙа йөрөү компанияһы араһында ойошторолдо. Һайлап алыу турын үткән өс кеше финалда ҡатнашыу хоҡуғын алды.
АЗат Ғәлиуллин






