2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар ултырған самолет Германия биләмәһендә һәләкәткә осраны. Диспетчерҙарҙың ғәйебе һөҙөмтәһендә «ТУ-154» лайнеры «Боинг» йөк самолеты менән бәрелеште.
Ҡот осҡос фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлдө. Авария ҡорбандарының күбеһе Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән. Бөгөн мемориал янына һәләк булғандарҙың иң яҡын кешеләре йыйылды. Улар ҡәберҙәргә сәскә һалып, мәрхүмдәрҙең рухына аят уҡыны.
Илдар Байбулатов




