Башҡортостандың тау саңғыһы курорты 23 февралдә ял итерлек популяр урындар араһында – өсөнсө

Tvil.ru торлаҡ бронләү сервисы ошо айҙың яҡынлашып килгән байрамдарына ҡарата Рәсәйҙәге ял итеү урындары рейтингын төҙөгән.

Өсөнсө урында – Әбйәлил районындағы “Яҡтыкүл” тау саңғыһы курорты.

Сервистан күренеүенсә, беренсе урынды, ғәҙәттәгесә, “Красная Поляна” менән Сочи ҡала-курорты алған. Икенсе урында Кемерево өлкәһендә урынлашҡан “Шерегеш” туристик үҙәк килә.

Тикшереүселәр тәү сиратта 22 февралдән 28-енә тиклем ҡунаҡхана номерҙарын һәм коттеджарҙы бронләү һанын иҫәпләгән.