М-7 «Волга» трассаһында 6 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Юл фажиғәһендә «Скания», «Мерседес», «Нива» һәм «Лада Ларгус» автомобилдәре бәрелеште. Һөҙөмтәлә һуңғы транспорт сараһына ут ҡаба. Был ваҡытта салонда водителдән тыш, тағы ла 6 пассажир ултыра. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса улар Дүртөйлө районына китеп барған булған.
Ҡазаға тарыусы пассажирҙарҙың барыһы ла фажиғә урынында вафат була. «Лада» водителе һәм «Нива»ның ике пассажиры дауаханаға оҙатылған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бер үк ваҡытта юл хеҙмәттәре был участкалағы асфальт ҡатламаның тейешле талаптарға яуап биреүен, юл билдәләре ҡуйылыуын билдәләй.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡыҫҡа ваҡыт эсендә авария сәбәптәрен асыҡларға, ҡазаға тарыусыларға һәм мәрхүмдәрҙең туғандарына медицина ярҙамы күрһәтергә ҡушты.




