Милли костюм ата-бабаларыбыҙ һәм тарихыбыҙ араһында мөһим күпер булып тора, тип яҙа социаль селтәрҙә республика башлығы. Флешмоб Бөтә донъя фольклориадаһына арнала. Киң күләмле фестиваль бөгөн Өфөлә башлана. Ул Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уҙа. Республикабыҙға донъяның 37 иленән ижади коллективтар килде. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, коронавирусҡа бәйле хәл бөгөн бындай тамашаларҙы үткәреү мөмкинлеге бирә. Башҡортостан уға бер нисә йыл әҙерләнде. Республикабыҙҙа үткән фольклориада донья мәҙәниәтендә сағыу ваҡиға булып тора. Мөһим мәғлүмәттәр менән интернетта фольклориада. онлайн мобиль ресурсында танышырға мөмкин.






