100 киловатт тауыш һәм 800 квадрат метр диодлы экран. Фольклориаданы асыу тантанаһы - "Өфө-Арена" боҙ һарайында бара. Унда меңдән ашыу артист ҡатнаша. Сәхнәлә мең төрлө уттар балҡый. Тамашаның үҙәгендә – республиканың йөҙөк ҡашы булған ике коллектив - Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре һәм “Мираҫ” йыр-бейеү ансамблдәре. Шоу-программа “Ер. Рух. Фольклор” тип атала. Унда бороңғолоҡ, унда батырҙар, унда гүзәллек һәм сафлыҡ. Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин бөгөн Урал батыр образын һынландырҙы.
“Милли мәҙәниәт кешенең күңелен һәм рухын сафландыра. Башҡортостан халыҡ-ара сараға етди әҙерләнде. Республика етәкселеге ҙур тырышлыҡ һалды”, - тип белдерҙе журналистар менән аралашҡанда фольклориада илсеһе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина.
Тамашасылар Надежда Бабкина һәм “Рус йыры” ансамбле сығышын ҡарап өлгөрҙө лә инде. Халыҡ-ара фольклориаданы асыу тантанаһындашулай уҡКубань казак хоры ла йырланы. Был хорҙы Рәсәйҙең үҙенсәлекле символы тип атайҙар. Әле генә фольклориаданың гимны яңғыраны. Һәм сәхнәгә фольклориада флагы сығарылды. Беҙ сара башланғанға тиклем сит ил ҡунаҡтары менән аралаштыҡ. ЭкоТуризм үҙәге булған Коста-Рика вәкилдәре тыңлаусыларыбыҙ өсөн ошондай йыр башҡарҙы. Башҡортостан һүҙен ишетеп ҡыуанырһығыҙ, тип ышанабыҙ.
Фольклориада барышында бик күп илдәрҙең халыҡ йолалары һәм йыр-бейеүҙәре менән танышырға мөмкин. Беҙ Өфөгә үҙенсәлекле ансамбль алып килдек, ти Гавай коллективы етәксеһе Жозеф Питер.
Америка Ҡушма Штаттарынан Адам Келлер махсус рәүештә рус телен өйрәнеүе тураһында белдерҙе.
Беҙҙең тыңлаусылар араһында Рафаэль исемле ир-егеттәр барҙыр? Һеҙҙең менән элемтәгә сығыуҙары ихтимал. Телефон аша шылтыратыуҙарға яуап бирегеҙ. Һеҙҙең туғанығыҙ Өфөлә, ул бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнаша һәм һеҙҙе эҙләй, һеҙҙең менән осрашырға теләй. Бына шулай мәҙәниәт берләштерә, рухи тамырҙарҙы юлларға ярҙам итә. Ҡаҙағстан вәкилен тыңлайыҡ.
Халыҡ-ара фестиваль барышын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Комментаторҙарҙың береһе - коллегабыҙ Ленария Ямалетдинова. Ул тамашасыларға сарала ҡатнашҡан илдәр, ансамблдәр һәм коллективтар тураһында мәғлүмәт биреп бара.
“Быуат ваҡиғаһы”. “Йылдың иң гүзәл байрамы”. “Донъя халыҡтары гөллләмәһе”. Бөтә донъя фольклориадаһын күптәр шулай тип атай. Фестивалде асыу тантанаһын һүҙҙәр менән генә һүрәтләү мөмкин түгел, шуға ла бер тапҡыр ишеткәнсе үҙегеҙҙең ҡарауығыҙ мөһим! Фольклориада телеэкрандарҙа һәм кеҫә телефондарында. Социаль селтәрҙә фольклориада2021 төркөмөндә лә тура трансляция ойошторолған. Өфөнөң “Тулҡын”, “Беренсе Май” һәм Дим районы ял паркында ҙур экрандар ҡуйылған. Әйткәндәй, Фольклориада барышын журналистар ғына түгел, һеҙ ҙә күҙәтә һәм яҡтырта алаһығыҙ, хөрмәтле тыңлаусылар. Бер аҙна дауам иткән фестивалдә тамашасылар үҙҙәрен репортер һәм фотограф ролендә һынап ҡарай ала. Бының өсөн ҡыҙыҡлы видео йәки фоторәсем төшөрөргә кәрәк. “Минең фольклориадам” конкурсы Инстраграм, Фейсбук, Бәйләнештә социаль селтәрендә ойошторола. Материалдар #folkloriada2021online хештегы менән урынлаштырылырға тейеш.
Шулай итеп, донъя фольклориадаһына старт бирелде. Өфө бөгөн - донъя үҙәге, донъя халыҡтарының йөрәге бында тибә. Баш ҡалабыҙға бөтә планета күҙ төбәгән. Өфө һәм Башҡортостан туристарҙың яратҡан урынына, инвесторҙарҙың аҡса һалырға әҙер булған төбәгенә әүерелһен. Фольклориада матур башланғыстарға нигеҙ һалһын, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ һәм берҙәмлекте нығытһын. Беҙ – дуҫлыҡ менән көслө. Мәҙәниәт иһә дуҫлыҡ күперҙәрен нығытыуҙа иң яҡшы сара. Һүҙемде йомғаҡлап, тыңлаусыларыбыҙҙы ҙур фольклор байрамын асыу тантанаһын ҡарарға өндәйем. Һәм ҡырғыҙҙарҙың йырлы күстәнәсен тәҡдим итәм.
Зөһрә Арсаева






