“Беҙ был көндө оҙаҡ көттөк. Бөгөн Евразияның йөрәгендә, Европа һәм Азия тоташҡан ерҙә бөтә донъя фольклориадаһы бара. Беҙ ҙур ғорурлыҡ кисерәбеҙ”. Шулай тип белдерҙе халыҡ-ара фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы. “Мәҙәниәт, традиция һәм йолаларыбыҙ төрлө. Әммә беҙ бөгөн бергә”, - тине Радий Хәбиров.






