Күләмле мәҙәни сараны асыу тантанаһы бер нисә минут элек «Өфө-Арена» боҙ һарайында тамамланды.
Фольклориаға 37 илдең ижади коллективтары килгән. Тура трансляция ярҙамында аудитория миллион тамашасыға тиклем артҡан. Сараның беренсе өлөшө башҡорт халыҡ эпосы нигеҙендә ҡоролған театрлаштарылған тамаша менән асылды.
Унда республитканың төп брендары – Урал тауҙарын, ҡурай, Урал батыр, башҡорт тирмәһен күрергә мөмкин ине. Һәм әлбиттә фольклориадының төп символы булған Матрёшка. Программала республиканың ижади коллективтары сығыш яһаны. Урал батыр образында Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин булды.
Артабан эстафетаны фольклориада илсеһе Надежда Бабкина етәкселегендәге «Рус йыры» ансамбле дауам итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, фольклориада – донъя кимәлендәге сағыу мәҙәни ваҡиға. У республика үҫешенә ҡеүәт өҫтәйәсәк, тине төбәк етәксеһе.
Илдар Байбулатов




