Йәрмәкәй районында ураҡ башланды

Әлегә ужымға сәсәелгән шипкән баҫыуҙарында май орлоҡтары йыйыла. Юғары табышлы культура «Төньяҡ Нива – Башҡортостан» йәмғиәте баҫыуҙарында сәселгән. Майлы ураҡ барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.

Сергей Яковлев икенсе миҙгел инде шипкән йыйыу эштәренә йәлеп ителә. Тәжрибәле комбайнсы май орлоғон йыйыу нескәлектәрен дә үҙләштергән. «Игендән айырмалы рәүештә был культура, баҫыуҙан юғары тиҙлектә йөрөгәнде өнәмәй», – ти алдынғы механизатор.

Шипкәндең өҫтөнлөктәрен «Төньяҡ Нива-Башҡортостан» йәмғиәте агрономдары яҡшы аңлай. Ҡоролоҡҡа бирешмәй. Иртә өлгөрә. Өҫтәүенә хаҡы ла иген менән сағыштырғанда күпкә ҡиммәтерәк.

Көҙгә был баҫыуҙа ужым бойҙайын сәсеү ниәте бар.Шипкән ерҙе йомшарта. Шуға, ғәҙәттә, унан һуң иген культуралары ла яҡшы уңыш бирә, ти агрономдар.

Йәрмәкәй баҫыуҙарында йыйылған орлоҡ донъя баҙарына сыға. Унан һығылған май аҙыҡ-түлек сәнәғәте, косметика һәм биояғыулыҡ етештереүҙә файҙаланыла. Райондың башҡа хужалыҡтарында ла сәсеүлектәрҙе төрлөләндереүҙең өҫтөнлөгөн тойоп өлгөргәндәр. Баҙарҙағы ихтияждан сығып юғары табышлы культуралар сәсеү ғәҙәти күренешкә әйләнә бара.

Йәрмәкәй баҫыуҙарында майлы ураҡ тамамланыуға, иген культураларына ла сират етә. Был иһә техниканы ла һөҙөмтәлерәк файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Ауылда бит егерәле булыу ғына аҙ, алдан уйлап, уңышты планлаштырып ерҙе эшкәрткәндә ҡоролоҡ осоронда ла ярайһы уҡ табыш алырға мөмкинлек бар.

Фото №1 - Йәрмәкәй районында ураҡ башланды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ