Коронавирус симптомдарын үҙгәртә

Тәм һәм еҫ тоймауға бөгөн нигеҙләнмәй. Республика дауахалары ла урта йәштәгеләр менән тулы. Һуңғы тәүлектә коронавирустан 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса әле Башҡортостанда хәүефле сир 41 мең 824 кешелә асыҡланған.

24 сәғәт эсендә 159 осраҡ раҫланған. Ошоға бәйле, республика медицина учреждениелары ҡабат ковид-госпиталдәргә әйләндерелә башланы.

Уҙған аҙнала бығаса эшләп килгән ковид-госпиталдәрҙең тулыуына бәйле, Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһының «Ҡыҙыл зона»һында өҫтәмә 100 урын булдырылған. Мәкерле сир ҙә сигенергә теләмәй. Коронавирустың өсөнсө тулҡыны башҡа төрлө булыуы ихтимал.

Әле дауаланған пациенттар араһында тәм һәм еҫ тоймауҙар һирәк. 10-20 процентҡа зарарланған үпкә тын ҡыҫылыуының ауырлашыуы менән оҙатыла бара. Медицина хеҙмәткәрҙәре быны коронавирустың яңырыуына бәйләй

Фото №1 - Коронавирус симптомдарын үҙгәртә

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ