Республика төбәктәренән тыш, Свердловск өлкәһенән килгән 100-ләп мәктәп уҡыусыһы ун көн дауамында район үҙәгенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында шөғөлләнә. 2005-2010 йылғы балалар араһында Башҡортостан беренселеге һәм Волга буйы федераль округы еңеүселәре лә бар.
Асҡын районындағы сара Рәсәй кимәлендәге ярыштарға әҙерлек мәктәбе булып тора. Ошо нигеҙҙә «Батыр» комплексы базаһында һайлап алыу туры үтә. Программа төп йөкләмәнән тыш, бассейнда йөҙөү, футбол уйнау һәм экскурссияға сығыуҙы ла күҙ уңында тота.
Йәш тренерҙар араһында самбо буйынса Донъя чемпионы Фирзан Дилмәев та бар. Ул тәүге аҙымдарын тап Асҡын районы үҙәгендәге «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексынан башлаған. Бөгөн үҫмер Чебоксар ҡалаһы мәктәбенең Олимпия резервында шөғөлләнә.
Азат Ғәлиуллин






