Фольклориаданы асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин тәбрикләне

Сәләмләү телеграммаһында былай тиелә: 

«Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе Өфө ҡалаһында асылған Бөтә донъя фольклориадаһы менән тәбрик итеүемә бик шатмын. Фестивалдең тап күп милләтле Башҡортостан ерендә, ҡунаҡсыл төбәктә, төрлө милләт халҡы һәм диндәре үҙ-ара татыу, берҙәм булған республикала үтеүе юҡҡа түгел. Беҙҙең уникаль тарихыбыҙ, рухи-мәҙәни мираҫыбыҙ – дәүләтебеҙҙең төп байлыҡтары.

Халҡыбыҙҙың бай сәнғәте, мәҙәниәте, быуындан быуынға күсеп килгән сағыу фольклор коллективтары, талантлы башҡарыусыларыбыҙ, оҫта ҡуллы һөнәрмәндәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Форумдың йылы мөнәсәбәттә, бер-берегеҙгә ҡарата ихтирам, дуҫлыҡ мөхитендә үтеренә, төрлө илдән килгән артистар, музыканттар, сәнғәт оҫталарында онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырырына ышанам», - тиелә Владимир Путин ебргән телеграммала.

Фото №1 - Фольклориаданы асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин тәбрикләне
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ