Бөгөн “Торатау” конгресс-холында Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары Советының мәҙәниәт буйынса конференцияһы үтте.“Мәҙәни дипломатия – сәйәси, иҡтисади аралашыуға этәргес бирә”. Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина беҙҙең радиоға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. “Халыҡ ижады – милләт йөҙө. Глобалләшеү осоронда уны һаҡлау үтә лә мөһим”, - тигән фекерҙә ул.
“Бөтә донъя Фольклориадаһының Башҡортостанда үтеүе беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Ул беҙҙең республикаға һис шикһеҙ оло яуаплылыҡ та өҫтәй”, - ти Зөһрә Рәхмәтуллина.






