Бөтә донъя фольклориадаһында үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды

Фото №1 - Бөтә донъя фольклориадаһында үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холл янындағы амфитеатрҙа үткән дуҫлыҡ әйлән-бәйләнендә 57 илдән 71 милләт вәкиле – 2 мең 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Ул рәсми рәүештә донъя рекорды тип теркәлде. Был турала Рәсәй рекордтар Китабы баш мөхәррире Станислав Коненко белдерҙе. “Рекорд тормошҡа ашты. Барығыҙҙы ла ошо ваҡиға уңайынан тәбрик итәм! Бөгөн Өфө донъя халыҡтары мәҙәниәте һәм дуҫлығы үҙәге” – тине сығышында CIOFF Президенты Филипп Боссан. Ул Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән бергә VI Бөтә донъя фольклориадаһы байрағын күтәреү тантанаһында ҡатнашты.

Фольклориада райондарға ла барып етә. Иртәгә Салауат ҡалаһы халҡы Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия артистарының сағыу сығыштарын ҡарай ала. Концерт "Нефтехимик" мәҙәниәт hарайы алдындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана.

15 сәғәттә Камерун, Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния артистары Мишкә районы Мишкә ауылында сығыш яhаясаҡ.

Дүртөйлө ҡалаһы үҙәк майҙанында Әзербайджан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай hәм Бенин коллективтары үҙ оҫталыҡтарын күрhәтә.

Сәғәт көндөҙгө 2-лә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Польша, Панама, Италия ансамблдәре матур шоу программа бүләк итмәксе.

18 сәғәттә "Торатау" конгресс-холлы эргәһендәге амфитеатрҙа Болгария, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия коллективтарының сығыштарына старт бирелә.

Килегеҙ, күрегеҙ, ҡушылып бейегеҙ, йырлағыҙ, дуҫтар. Тамашалар күңелле буласаҡ. Тик битлек кейергә генә онотмағыҙ.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ